12:49 (UTC+5), 20 Ғинуар 2010

Булат Йосопов уҡыусылары фильмдарын тәҡдим итә

Әлфиә Әһлиуллина
26 ғинуарҙа Рәсәй кинематографияһы үҙәгендә – Өфөнөң «Родина» кинотеатрында — ҡыҫҡа метражлы туғыҙ фильмдың премьераһы көтөлә. Булат Йосопов киномәктәбе сығарылышы Гүзәл Андарйәнова, Лилиә Ғәлләмова, Ирина Горькова, Вадим Мелешко, Алиса Ерохина, Радмир Рәхимов, Эмиль Вәлишин, Юлиә Вәлиева, Юлиана Абдрафиҡова дебют эштәрен Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығара.
Һуңынан фильмдар тураһында тамашасы менән фекер алышыу ҙа ҡаралған.
Раҫланған программаға ярашлы, Киномәктәптә уҡығандың беренсе айы режиссер оҫталығы теорияһын өйрәнеүгә арнала. Икенсе айҙа иһә уҡыусылар үҙҙәренең фильмдарын төшөрә башлай. Кино төшөрөү һәм монтаж “Башҡортостан” киностудияһының белгестәре етәкселегендә алып барыла.
Режиссер һөнәре нигеҙҙәрен биреүҙән тыш, алған белемде практикала ҡулланыуға ярҙам итеү Булат Йосопов Киномәктәбенең үҙенсәлеге иҫәпләнә. 2009 йылда Киномәктәп режиссерҙары 26 фильм төшөргән.
Проект Өфө ҡалаһының Йәмәғәт фонды ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика