11:14 (UTC+5), 20 Января 2010

«БашФармация» һәм «Таттехмедфарм» хеҙмәттәшлек итәсәк

"Башинформ" МА
«Таттехмедфарм» дәүләт унитар предприятиеһына килгән Башҡортостан Республикаһының «БашФармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Марсель Тойғонов ике төрҙәш предприятие хеҙмәттәшлегенең юлға һалыныуы тураһында белдерҙе. Татарстан предприятиеһының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма яһап, «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эште ойоштороу буйынса күршеләрҙең тәжрибәһен үҙләштереү – эш сәфәренең төп маҡсаты.
Марсель Тойғонов келәттәрҙе, аптекаларҙы, «Таттехмедфарм»дың офисын ҡараған. Етәксе, шулай ҙа, Татарстанда дарыуҙар менән тәьмин итеү системаһына күберәк иғтибар биргән.
«Таттехмедфарм» бик һәйбәт тойғолар ҡалдырҙы, — тине Марсель Тойғонов. — Дәүләт аптекалары эшен ойоштороу системаһы ла оҡшаны, шәхси эшҡыуарҙарҙы, медицина учреждениеларын дарыу саралары менән тәьмин итеү эшенең ҡуйылыуы ла шәп. Дарыуҙарға үҙәкләштерелгән һатып алыу булдырылғанда экономияланған сараларҙың күләме ғәжәпләндерә. Татарстандағы коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһе бик мөһим беҙгә, шуға күрә «Таттехмедфарм» предприятиеһы менән киләсәктә хеҙмәттәшлек итергә өмөтләнәбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика