04:38 (UTC+5), 19 Января 2010

Стәрлебашта балалар һәм үҫмерҙәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса семинар үтәсәк

Эльмира Сабирова
Шаршамбы көндө, 20 ғинуарҙа, Стәрлебашта “психологик көрсөктәге балалар һәм үҫмерҙәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ведомство-ара ҡараш” темаһына семинар үтә.
“Башинформ” агентлығына Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның дауамында ауыр хәлдә ҡалған бәлиғ булмағандарға комплекслы ярҙам күрһәтеү эштәре системаһын камиллаштырыу, “хәүеф төркөмө” балалары һәм үҫмерҙәренә социаль һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ведоство-ара ҡараш кеүек һорауҙар тикшереләсәк. Шуға ла форумда ҡатнашыусылар араһында “профилле” белгестәр генә түгел, шулай уҡ һөнәре арҡаһында йәштәр һәм үҫмерҙәргә ҡағылышы булған башҡа кешеләрҙең дә булыуы көтөлә. Был исемлектә педагог-психологтар, социаль педагогтар, участка табиптары, педиатрҙар, йәштәр эштәре бүлеге, эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау үҙәге инспекторҙары бар.
Сараны Республика ғаилә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге һәм Стәрлебаш район хакимиәте ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика