Бөгөн, 19 ғинуарҙа, билдәле башҡорт шағиры, публицист, прозаик, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйригә (Хәйретдинов) 60 йәш тулыр ине.
Ул Илеш районының Үрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1969-1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Студент йылдарында уҡ Хәйретдинов Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов кеүек Башҡортостан халыҡ шағирҙары ингән ижади төркөм составында республикабыҙ райондары буйлап йөрөй, үҙенең шиғырҙарын уҡый.
Уҡыуын тамамлағас, Ринат Хәйри тыуған яғына ҡайта, уны Төпәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп эшкә ебәрәләр. Тиҙҙән уны юғары уҡыу йортона ингәнгә тиклем хеҙмәттәшлек иткән, ә уҡыған йылдарында уның публицистик һәм шиғри әҫәрҙәре даими баҫылып килгән «Маяҡ» район гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ике тиҫтә йыл ғүмерен Р. Хәйри журналистикаға арнай. Ул шулай уҡ «Кызыл таң», «Башҡортостан», «Һәнәк» кеүек республика баҫмалары, радио һәм телевидение менән хеҙмәттәшлек итә. 1986 йылдан ул – СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ринат Хәйри талантлы журналист ҡына түгел, райондың ижади көстәренең идея лидеры ла була. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡушыуы буйынса 1980 йылда ул “Ләйсән” район-ара ижади берекмәһен ойоштора, ә һуңынан уға етәкселек итә. Марат Кәбиров (хәҙер Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы), Ирина Мусина, Венера Мәзитова кеүек таланттар тап уның ярҙамында асыла.
1990 йылдың 5 сентябрендә Ринат Хәйри вафат була.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә шағир бай мираҫ ҡалдыра. Тере сағында уның «Әле яҙ башы ғына» (1983), “Мине уйынсыҡтарым” (1986), “Хәрефтәр парады” (1988) шиғырҙар йыйынтыҡтары донъя күрә. Мәрхүм булғандан һуң тағы ла биш китабы сыға: “Эҙләйем һине” (1990), “Ҡанаттар ҡайҙа үҫә” (1993), “Әйтелмәгән васыят” (1995), “Мин үҙем йәшен инем” (2000), “Уҡырға өйрәнәбеҙ” (2002). Ә “Ҡорбан” поэмаһы һәм “Эҙләйем һине” шиғырҙар йыйынты өсөн Ринат Хәйри Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты була. Шағирҙың 60 йыллыҡ юбилейына ҡарата Башҡортостан “Китап” нәшриәте уның “Тылсымлы һандыҡ” шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығарырға әҙерләй.
Ринат Хәйриҙең юбилейына арналған тантаналарҙы уның тыуған яғында – Илеш районында 29 ғинуарҙа үткәрергә планлаштырыла. Программала район мәктәптәренең туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының семинарын, район китапханаһында Башҡортостандың билдәле шағирҙары менән осрашыуҙар, Үрмәт ауылындағы урта мәктәптә һәм “Маяҡ” район гәзите редакцияһы бинаһында музейҙар асыу ҡаралған. Юбилей саралары Үрге Йәркәй ауылында район Мәҙәниәт йортонда хәтер кисәһе менән тамамланасаҡ.