07:03 (UTC+5), 15 Ғинуар 2010

“Салауат Юлаев” Хабаровскиҙың “Амур”ынан еңелде

Дмитрий Слезин
Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә 2010 йылдағы тәүге матчты Өфөнөң “Салауат Юлаев”ы тыуған “Өфө-Арена”һында үткәрҙе. Һәм өсөнсөгә еңелде. Был юлы Өфө клубын Хабаровскиҙың “Амур”ы рәнйетте.
Тәүге осорҙа был көндә тыуған көнөн билдәләгән Владимир Антипов буллитты тормошҡа ашыра алманы, ә ҡунаҡтар бының өсөн Өфө оборонаһын язаланы - 0:2.
Икенсе ваҡыт арауығы башында Хабаровск егеттәре күпселектә булыуҙарын ҡулланды һәм иҫәпте ҙурға ебәрҙе – 0:3. Бары Игорь Григоренко ғына иҫәпте берәүгә кәметә алды – 1:3.
Өсөнсө осорҙа ҡаршы команданы ҡыуып етеү теләге бер тапҡыр ғына уңышҡа осраны – Владимир Антипов ырғытҡанға сәкәнен ҡуйырға өлгөргән Константин Кольцов арҡаһында иҫәп айырмаһы ҡыҫҡарҙы - 2:3. Шунан артығына “юлаевсыларҙың” көсө етмәне.
14 ғинуарға ҡарата Чернышев Дивизионында турнир торошо түбәндәгесә: 1.“Салауат Юлаев (Өфө) – 94 мәрәй (44 уйын); 2.”Авангард” (Омск) – 71 (41); 3.”Барыҫ (Астана) — 62 (45); 4.«Себер» (Новосибирск) – 47 (43); 5.«Амур» (Хабаровск) – 47 (43); 6.«Металлург» (Новокузнецк) – 42 (43).
18 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” ҡунаҡта Новосибирскиҙың “Себер”е менән уйнаясаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика