08:37 (UTC+5), 15 Января 2010

Милиция автопаркын яңы машиналар тулыландырҙы

Лиә Нәғимова
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус техника автопаркы яңы автомобилдәр менән тулыланды. БР буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы башланыр алдынан министрлыҡ алдындағы майҙанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы Владимир Лукьянов республика милицияһы ведомствоһына 10 машина һәм «БТР-80» бронетранспортеры тапшырҙы.
— Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәкселеге йәмәғәт тәртибен, оператив тотороҡлолоҡто тәьмин итеү, матди-техник базаны нығытыу йәһәтенән Башҡортостан милицияһы эшен ыңғай баһалай, – тип айырып билдәләне департамент начальнигы. – Шуға күрә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, 2009 йылда бүленгән машиналарға өҫтәп ошо транспортты тапшырырға ҡарар ителде. Беҙ, был һеҙгә артабан да эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Үҙ сиратында, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин республика милиция ведомствоһы коллективы исеменән Рәсәй Эске эштәр министрлығына күрһәтелгән ярҙам һәм оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары баһалаған өсөн рәхмәт белдерҙе.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының 15-16 ғинуарҙа үтәсәк киңәйтелгән ултырышы тамамланғандан һуң яңы автомобилдәрҙе республика ҡалаларына һәм райондарына бүләсәктәр. «УАЗ» автомашиналары, микроавтобус һәм «ЗИЛ» базаһында ҡулға алынғандарҙы ташыу өсөн машина ҡала һәм район эске эштәр бүлектәренең дежур частары, конвой хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән, ә «БТР-80» бронетранспортеры ОМОН-ға ебәреләсәк.
Хәҙерге ваҡытта бөтәһе Рәсәй эске эштәр органдары ҡарамағында 30-лап төрлө модификациялы автомобилдәр иҫәпләнә, улар дәүләт оборона заказы сиктәрендә конкурс нигеҙендә һатып алына. 2009 йылда Башҡортостанға 120-ләп автомашина бүленде, ә быйыл, Владимир Лукьянов әйтеүенсә, 200-гә яҡын техника берәмеге тапшырырға планлаштырыла.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика