05:42 (UTC+5), 14 Января 2010

“Салауат Юлаев” 2010 йылда тәүге матчты өйөндә үткәрә

Дмитрий Слезин
Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы кесаҙнала, 14 ғинуарҙа, Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә 2010 йылдағы тәүге матчты тыуған “Өфө-Арена”һында үткәрә. “Юлаевсыларға” Хабаровскиҙың “Амур”ы ҡаршы сыға.
Уҙған миҙгелдә был команда менән өфөлөләр өс тапҡыр осрашты. Өфөлә хужалар 4:2 иҫәбе менән еңһә, Хабаровскиҙа буллиттар буйынса тәүҙә “Салауат” – 3:2, һуңыраҡ уйын аҙағындағы реваншы арҡаһында 2:1 иҫәбе менән “амурҙар” отҡайны.
Чемпионаттың һуңғы ике уйынында Өфө клубы еңелде – тәүҙә “Торпедо”нан (1:3), икенсеһендә “Авангард”тан (2:3 овертаймда).
“Амур” иһә дивизиондағы күршеһе Новокузнецкиҙың “Металлург”ы менән мәрәйҙәрен бүлеште – 4:1, 1:2 (буллиттар буйынса).
Бөгөн өфөлөләрҙең элекке капитаны Владимир Антиповҡа 32 йәш тула, һәм уның боҙҙағы һәйбәт уйыны менән үҙенә бүләк яһауы ла бар.
Чернышев Дивизионында 14 ғинуарға ҡарата турнир торошо түбәндәгесә: 1.“Салауат Юлаев (Өфө) – 94 мәрәй (43 уйын); 2.”Авангард” (Омск) – 71 (41); 3.”Барыс” (Астана) - 62 (45); 4.«Себер» (Новосибирск) – 47 (43); 5.«Амур» (Хабаровск) – 44 (42); 6.«Металлург» (Новокузнецк) – 42 (43).
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика