11:39 (UTC+5), 13 Января 2010

Сит ил паспорты өсөн дәүләт пошлинаһы күләме арта

Ғәлиә Нәбиева
29 ғинуарҙа РФ Һалым кодексы статьяларына, шулай уҡ айырым закон акттарына үҙгәрештәр көсөнә инәсәк. Уларға ярашлы, Рәсәй гражданлығы алған йәки унан сыҡҡан өсөн дәүләт пошлинаһы күләме артасаҡ.
Сит ил паспорты биреү өсөн пошлина күләме лә үҙгәрәсәк. Иҫке өлгөләге паспорт өлкәндәр өсөн мең һумға һәм 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 300 һумға төшәсәк. Өлкәндәрҙең биометрик параметрҙары менән паспорт 2,5 мең һум тип баһаланды, балаларҙыҡы – 1 200 һум. Федераль закондарҙағы үҙгәрештәргә ярашлы, электрон мәғлүмәт һалынған сит ил паспорттарының ғәмәлдә булыу срогы 10 йылға тиклем арта. Бындай паспорттар биреү өсөн дәүләт пошлинаһы ике мең һумға етә.
Рәсәйҙән сығыуға һәм Рәсәйгә инеүгә виза өсөн сит ил кешеһенә 600 һум түләргә тура киләсәк, ә сикте күп тапҡырҙар аша үткән осраҡта – мең һум. Сит дәүләт кешеһен ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн рәсәйлегә 500 һум түләргә тура киләсәк. Сит ил хеҙмәтсәндәрен йәлеп итеүгә рөхсәт алыу алты мең һумға төшәсәк. Сит ил кешеһе йәки гражданлығы булмаған кеше ике мең һум түләп эшкә рөхсәт ала аласаҡ.
Рәсәй граждандары, элек алынған, ғәмәлдә булыу срогы сыҡҡан паспортын тапшырмайынса, яңы сит ил паспорты юллай башлауға тотона ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика