09:09 (UTC+5), 13 Января 2010

Күренекле ғалимдар исемендәге премияларға эштәр ҡабул итеү дауам итә

Лиә Нәғимова
БР Фәндәр академияһында Башҡортостандың күренекле ғалимдары исемендәге 2010 йылғы премияларға дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итеү дауам итә: Зәки Вәлиди исемендәге премияға – социаль һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге мөһим эштәр өсөн, Сергей Гаврилов исемендәге премияға – техник фәндәр өлкәһендәге мөһим эштәр өсөн һәм Андрей Трофимук исемендәге премияға – нефть геологияһы өлкәһендәге мөһим эштәр өсөн.
Премияға дәғүә итеүгә индивидуаль авторҙарҙан да, шулай уҡ ғилми коллективтарҙан да эштәр ҡабул ителә. Коллектив эштәр тәҡдим иткәндә төп авторҙар һаны өс кешенән артмаҫҡа тейеш. Элек Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Дәүләт һәм исемле премияларына лайыҡ булған эштәр конкурсҡа ҡабул ителмәй.
Премиялар биреү тураһында ҡарар, шулай уҡ тәҡдим ителгән эштәргә ҡыҫҡаса аннотациялар «Вестник Академии наук РБ» журналында баҫылып сығасаҡ. Еңеүселәргә дипломдар БР Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында тапшырыласаҡ. Материалдар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика