07:18 (UTC+5), 13 Января 2010

“Иң яҡшы төбәк гәзите-2009” конкурсына эштәр ҡабул ителә

Любовь Колоколова
«Иң яҡшы төбәк гәзите–2009» IV Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсына эштәр ҡабул итеү башлана. Ул Бөтә донъя редакторҙар форумы һәм Халыҡ-ара журналистика үҙәге ярҙамында Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре ассоциацияһы менән берлектә “Яңы Евразия” фондының киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү программаһы тарафынан ойошторолған.
Конкурсҡа 2009 йылда баҫылған эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Гәзит уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш», «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымтаһы)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите».
Конкурс тураһында www.bestnewspaper.ru сайтында ентеклерәк мәғлүмәт алырға мөмкин. Ошонда уҡ уҙған конкурс еңеүселәре эштәрен ҡарай алаһығыҙ.
Билдәләнгән материалдар Рәсәй төбәк матбуғатында 2009 йылда баҫылған иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара конференция үтәсәк. Заявкалар 2010 йылдың 15 февраленә тиклем ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика