17:21 (UTC+5), 13 Января 2010

15 ғинуарҙа ҡояш тотола

Яңы башланып торған 2010 йыл астрономик ваҡиғаларға бай түгел, - тип һөйләне “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Өфө планетарийының әйҙәүсе белгесе Тамара Денисова. – Йыл башында ғына ике күк есеме тотолоуы күҙәтелә, улары ла асыҡ түгел. Шуларҙың береһе – Ай тотолоуы – яңы йыл төнөндә булып үтте. 15 ғинуарҙа иһә, әгәр көн торошо һәйбәт булһа, Башҡортостан халҡы өлөшләтә Ҡояш тотолоуын күҙәтәсәк, әммә быныһы ла асыҡ күренмәҫ. Ай Ҡояш ҡулсаһының ситенә генә ҡағыла, ҡояштың ни бары 0,015 өлөшө ҡапланыр. Ул Өфө ваҡыты менән 12.09 сәғәттә башлана, максималь фазаһына 12.26 сәғәттә етә һәм 12.44-тә тамамлана. Ҡояш тотолоуын республика халҡы йәнә 2011 йылдың 4 ғинуарында күрә ала, ул саҡта Ай Ҡояш ҡулсаһының яртыһын тиерлек (0,7) ҡаплаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика