09:09 (UTC+5), 12 Января 2010

«Версия Башкортостана» гәзитендә – бушлай юридик консультация

Анжелика Ғизәтуллина
"Версия Башкортостана" гәзите редакцияһында бөгөн "ҡыҙыу линия" үткәрелә. Гәзит уҡыусылар һорауҙарына РФ прокуратураһы ҡарамағындағы тикшереү комитетының БР буйынса тикшереү идаралығының Өфөнөң Октябрь районы буйынса тикшереү бүлеге етәксеһе Азат Вахитов яуап бирә.
"Версия Башкортостана" гәзитенә бик күп шылтыратыуҙар һәм хаттар килә: республика халҡын хоҡуҡи хәл итеүҙе талап иткән төрлө мәсьәләләр борсой. Гәзит бушлай хеҙмәтләндереү күрһәтә: редакцияға саҡырылған юристар һәм төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре граждандарға туранан-тура телефон аша консультация бирә. Был ике сәғәт эсендә бирелгән бөтә һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.
"Ҡыҙыу линия" һәр ваҡыттағыса айҙың һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәрендә үткәрелә. Был көндәрҙә редакцияға 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16 телефоны аша шылтыратырға һәм борсоған һорауыңды бирергә мөмкин. Шулай уҡ үҙ һорауыңды гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика