10:04 (UTC+5), 11 Января 2010

Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса киносценарийҙар конкурсы иғлан ителде

Әлфиә Әһлиуллина
«Башҡортостан» киностудияһы Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса тулы метражлы фильм төшөрөү өсөн киносценарийҙар конкурсы үткәреү тураһында иғлан итте. Унда ҡатнашыуға Башҡортостанда тыуған йәки даими йәшәгән Рәсәй Федерацияһы граждандары саҡырыла. Киностудиянан хәбәр итеүҙәренсә, дәғүәселәрҙең йәше һәм белеме мөһим түгел.
Ҡатнашыусыларға түбәндәге талаптар ҡуйыла: бөтә конкурс эштәре рус йәки башҡорт телендә сценарий тексынан, синопсистан һәм авторҙың ҡыҫҡаса автобиографияһынан торорға тейеш. Бынан тыш, тәҡдим ителгән материал конкурс талаптарына һәм концепцияһына тап килергә тейеш. Эштәр ҡағыҙҙа һәм электрон формала яҙылған көйөнсә 2010 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә.
Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе наградлау Өфөлә апрель башында үткәреләсәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурс еңеүсеһе сценарийы Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса тулы метражлы фильмдың әҙәби нигеҙе булып торасаҡ, ә сценарий авторына фильм төшөрөүҙә хеҙмәттәшлек тәҡдим ителәсәк.
Киносценарийҙар конкурсы маҡсаттары һәм бурыстары булып һәләтле авторҙарҙы асыҡлау һәм яҡлау, башҡорт әҙәбиәтенең “алтын фонды”н экранлаштырыуға ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының гуманизм, рухлылыҡ, ватансылыҡ һәм башҡа әхлаҡи сифаттары менән һуғарылған темалар эҙләп табыу тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика