Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:23 (UTC+5), 11 Января 2010

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға эштәр ҡабул итеү дауам итә

Лиә Нәғимова
Башҡортостанда 2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә конкурс дауам итә.
БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер автор, шулай уҡ иң күбе биш кешенән торған ижади коллектив премия лауреаттары була ала. Дәғүәселәрҙең йәше — 16 йәштән 35 йәшкә тиклем. Премияға матбуғатта баҫылған әҙәби, әҙәбиәт һәм сәнғәт ғилеме әҫәрҙәре; концерттарҙа һәм күргәҙмәләрҙә, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа, радио һәм телевидение аша йәмәғәтселекте таныштырғандан һуң музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр; объекттарҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр күрһәтелергә мөмкин. Мотлаҡ шарт – бөтә эштәр күрһәтелгәнгә тиклем бер йыл алда баҫылып сыҡҡан, халыҡ алдында башҡарылған, ҡоролған булырға тейеш.
Был премия 1995 йылда БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән талантлы йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырыла. Йыл һайын һәр береһе 50-шәр мең һумдан өс премия тапшырыла.
2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Республика Дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә материалдар быйыл 1 апрелгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге, 24-се кабинет. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 276-45-87, 251-14-75.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика