04:37 (UTC+5), 30 Декабря 2009

“Ҡыш бабайға хат” акцияһының 3000 еңеүсеһе шыршы байрамына саҡырыу аласаҡ

Любовь Колоколова
8-10 ғинуарҙа Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды Ҡала мәҙәниәт һарайында Яңы йыл тамашаларын үткәрә. Унда “Ҡыш бабайға хат” акцияһында ҡатнашҡан балаларҙың хаттары, һүрәттәр һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Байрамға акцияла еңеүсе 3000-дән ашыу бала саҡырылған. Һәр береһенә бүләктәр ҙә әҙер.
Бына ете йыл инде Йәмәғәт фонды баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ҡыш бабайға хат” мәрхәмәтлек проектын алып бара. Ойоштороусылар хаттар менән таныша, ә һуңынан балаларҙы һәйбәт эштәре, изгелектәре өсөн иң күркәм шыршы байрамына билеттар менән һөйөндөрә.
Быйыл Ҡыш бабайға Өфөлә һәм республиканың башҡа төбәктәрендә йәшәүсе балаларҙан 8000-дән ашыу хат килгән. Яңы йыл тылсымсыһы барыһына ла яуап бирергә тырышҡан. Ә бүләктәр түбәндәгесә: “Родина” кинотеатрына - 200, “Космик” ял үҙәгенә 3000 саҡырыу билеты, ә “Ҡашҡаҙан” паркы менән “Моторҙар төҙөүсе” һарайында үтәсәк “Шыршы-мөғжизә” тамашаһына алтмышар саҡырыу бирелгән.
Шыршы байрамында балаларҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа төрлө персонаждар ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы тамаша көтә. “Кыш бабайға хат” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса әүҙемлек күрһәткән мәктәптәр ҙә бүләктәр менән билдәләнәсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика