09:46 (UTC+5), 30 Декабря 2009

Республика драматургтар конкурсы еңеүселәре аталды

Әлфиә Әһлиуллина
Яңы йыл алдынан Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә иң яҡшы драма әҫәрҙәренә конкурс иғлан иткәйне. Конкурс драматургия өлкәһендә яңы сағыу әҫәрҙәрҙе билдәләү, драматургияға йәш таланттарҙы ылыҡтырыу, хәҙерге театр талаптарына яуап бирерлек әҫәрҙәрҙе булдырыу маҡсатында үткәрелде.
Министрлыҡтың сәнғәт бүлегенең баш белгес-эксперты Эльза Ҡарамурзина хәбәр итеүенсә, конкурс ике номинация буйынса үткәрелде: «Ирекле темаға пьеса» һәм «Үҫмерҙәр һәм балалар өсөн пьеса». Конкурстың ойоштороу комитетына бөтәһе 34 әҫәр килде.
Элек театрҙарҙа ҡуйылмаған, баҫылып сыҡмаған, башҡа конкурстар премиялары менән наградланмаған драма әҫәрҙәрен генә тәҡдим итеү конкурстың мотлаҡ шарты булып торҙо. Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, жюри рәйесе А. Абушахманов етәкселегендәге жюри ағзалары конкурста еңеүселәрҙе билдәләне.
Шулай итеп, “Ирекле темаға пьеса” номинацияһында I урын Салауат Әбүзәргә “Хыялый” пьесаһы өсөн бирелде. Икенсе премияны Фаяз Йомағужин (“Кактус сәскә атҡанда”) менән Гөлшат Әхмәтҡужина (“Баландың әсе емеше”) бүлеште. Был номинацияла III урынға “Бөгөн беҙҙә туй” пьесаһы менән Наил Ғәйетбаев сыҡты. Уның ҡарауы, “Үҫмерҙәр һәм балалар өсөн пьеса” номинацияһында Наил Әсхәт улы I урынды яуланы. Был конкурста уға “Өфө түбәтәйе” әҫәре еңеү килтерҙе. II урын - Лилиә Ҡәйепованың “Марс-500, йәки Марста йәшәү бармы?”, III урын Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға” пьесаһына бирелде.
Жюри ағзалары шулай уҡ «Дебют» махсус призын булдыры. Ул Сәнғәт академияһы студенты Айгөл Әхмәҙиеваға «София теоремаһы» пьесаһы өсөн тапшырылды.
Конкурста еңеүселәрҙең әҫәрҙәре республиканың профессиональ драма театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыу өсөн тәҡдим ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика