04:03 (UTC+5), 30 Декабря 2009

2009 йылда Башҡортостанда 400 килограмдан ашыу наркотик юҡ ителгән

Елена Макушина
29 декабрҙә Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән 50 килограмдан ашыу наркотик, шул иҫәптән кило ярым героин, 10 килограмм марихуана, 15 килограмдан ашыу мәк үләне утта юҡ ителгән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте вәкиле Роман Покотило хәбәр итте. “Наркотиктар менән сауҙа итеүҙән килгән килем ике миллион ярым һумдан ашып китер ине,” – тип тә өҫтәне ул.
Суд ҡарарына ярашлы, енәйәт эше материалдары буйынса енәйәтсенең ғәйебен иҫбат итеүсе булып торған наркотиктар юҡ ителергә тейеш. Наркоконтроль идаралығы тәфтишләгән енәйәт эштәрен тикшереү һөҙөмтәһендә, республика судтары менән 150 хөкөм ҡарары сығарылған.
Миҫалға, Башҡортостан биләмәһендә хәрби хеҙмәткә тиклемге йәштәге егет ярҙамында 600 грамм героин һатырға ниәтләгән Чечен республикаһының 29 йәшлек гражданына ҡарата асылған эш буйынса наркотиктар юҡ ителгән. Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы суды ирҙе ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ете йылға иркенән мәхрүм итеүгә, енәйәттәшен дүрт йылға тәрбиә колонияһына ебәрергә хөкөм сығарған.
2009 йылда БР буйынса идаралыҡ менән барыһы 400 килограмм наркотик, шул иҫәптән 15 килограм героин, 300-ҙән ашыу марихуана, шулай уҡ 10 миллион һумдан ашыу суммаға тиң синтетик наркотиктар юҡ ителгән.
Был наркотик матдәләр 2009 йылда тикшерелгән 500-ҙән ашыу енәйәт эше буйынса әйберләтә дәлил булған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика