17:00 (UTC+5), 29 Декабря 2009

Яңы йылдың 1 ғинуарынан "Алтын шайба" старт ала

Дмитрий Слезин
“Өфө - сәләмәт тормош яҡлы” VI фестиваль иҫәбенән ихата командалары араһында Өфөлә хоккей буйынса “Алтын шайба” ҡала беренселеге башлана. Ярыштар ике этапта үтәсәк.
I этап - квалификацион район ярыштары - балалар-үҫмерҙәр турниры 2010йылдың 1 - 24 ғинуарында урта мәктәптәрҙә, мәктәп-интернаттарҙа, үҫмерҙәр клубында, йәшәү урыны буйынса Өфө райондарындағы үҙәктәрҙә үтә.
II этабы — 28 ғинуарҙан 7 февралгә ҡәҙәр ҡала финал уйындары: йәш айырмаһы буйынса дүрт төркөмдә үтә:
кесе төркөм (1999-2000 йылғылар) – 28-нән 30 ғинуарға тиклем;
урта төркөм (1997-1998 йылғы балалар) – 1 - 3 февралдә;
ололар төркөмө (1995-1996 й.) – 5 - 7 февралдә;
өлкәндәр төркөмө (1994 һәм унан олораҡтар) – 18 - 24 ғинуарҙа.
Ярыштарҙа урта мәктәптәр, һөнәри училище, мәктәп-интернаттар, балалар йорто. торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар һәм үҫмерҙәр клубы командалары ҡатнаша.
Командалар составында “Салауат Юлаев”, “Алмаз”, “Торос” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм/йәки 2009-2010 уҡыу йылында үрҙә һаналған уҡыу йорттарынан ҡыуылғандар ҡатнаша алмай.
Ҡала финал уйындары еңеүселәре өс төрлө йәш категорияһында “Алтын шайба” клубының республика турнирында ҡатнашасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика