05:18 (UTC+5), 29 Декабря 2009

Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары тағы ла Өфөлә йыйыла

Лиә Нәғимова
Киләһе йылдың март аҙағында – апрель баштарында Өфөлә Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй йәш ғалимдар союзының семинар-кәңәшмәһе үткәрелә. Был сара “Мәғариф. Фән. Карьера-2010” Х юбилей махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк. Унда Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәләре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм академик институттарҙың йәш ғалимдар советтары рәйестәре ҡатнашасаҡ.
- Тикшереүгә сығарыласаҡ төп темалар булып һәләтле йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм ғилем-мәғариф өлкәһендә кадрҙар әҙерләүҙе арттырыу проблемалары торасаҡ, - тип билдәләй БР Йәш ғалимдар союзы рәйесе Айрат Нәзиров. – Йәш ғалимдарҙың инновацион әүҙемлеген һәм академик тупланғанлығын күтәреү мәсьәләләре лә бөгөн шулай уҡ актуаль булып ҡала.
Волга буйы федераль округы төбәктәренән йәш ғалимдар Өфөгә икенсе тапҡыр йыйыла инде. Ошондай уҡ кимәлдәге тәүге сара – Волга буйы федераль округының I Йәш ғалимдар форумы – Башҡортостан баш ҡалаһында быйыл 13-15 майҙа Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында үтте. Уны РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аппараты, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм БР Хөкүмәте хуплап сыҡты. Айрат Нәзиров әйтеүенсә, республикабыҙҙың йәш ғалимдары өсөн был форум 2009 йыл йомғаҡтары буйынса иң ҙур һәм һөҙөмтәле сара булды, иң киҫкен проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә ярҙам итте. Алдағы семинар-кәңәшмә лә мөһим булырға оҡшай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика