10:47 (UTC+5), 29 Декабря 2009

Уҡыуҙағы ҡаҙаныштарға – юғары награда

Эльмира Сабирова
БР Мәғариф министрлығында Әхмәт-Зәки Вәлиди стипендиаттарын тантаналы ҡотлап үттеләр. Быйылғы йылда стипендияны дүренсе тапҡыр тапшыралар. Уға дәғүә итеүселәр - Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә бәйле фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә уңыштарға өлгәшеүсе 15 студент һәм вуз аспиранттары. Һәләтле йәштәрҙе БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы.
- Республика етәкселеге тарафынан һәләтле йәштәргә ҙур иғтибар бүленә, - тине ул. - 1994 йылдан алып өлкәлә юғары һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының 335 студентына, аспирант һәм докторына БР Президенты стипендияһы тапшырылып килә. М.Аҡмулла, И.Ш.Мөҡсинова, М.Кәрим стипендиялары ла булдырылған.
- Ә.-З. Вәлиди стипендияһы 2005 йылда күренекле ғалим, сәйәси эшмәкәр, Башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы булдырыла.
- Был стипендия социаль ярҙам ғына булып тормай, шулай уҡ Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте традицияларын аяҡҡа баҫтырыу һәм һаҡлау, йәш ғалимдарҙы күренекле фән эшмәкәрҙәре өлгөһөндә тәрбиәләү һәм уларҙың фәнни мираҫын тулы үҙләштереү маҡсатында булдырылған, - тип билдәләне мәғариф министры.
БР хөкүмәте ҡарары менән үткән йыл стипендия күләме арттырылды. 2005-2007 йылдарҙа студенттар 600 һум алһа, хәҙерге сумма 1200 һум тәшил итә. Аспиранттар иһә элекке 1200 һум урынына 2000 һум аласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика