06:55 (UTC+5), 29 Декабря 2009

Ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһына концерттарға рәхим итегеҙ

Әлфиә Әһлиуллина
Байрам көндәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Яңы йыл концерттары серияһы үтәсәк.
Уларҙың береһе — «Аҡ кистәр, аҡ хистәр» ретро-концерты. Тамашасыларҙың күп һанлы һорауҙары буйынса ул бер көн генә түгел, ә өс көн буйына, 3 ғинуарҙан 5-енә тиклем, барасаҡ.
Башҡорт дәүләт филармонияһының был Яңы йыл проектында Флүрә Килдейәрова, Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Вәхит Хызыров, Марсель Ҡотоев, «Далан», «Карауанһарай» төркөмдәре һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Байрам концертына шулай уҡ Ҡазандан махсус ҡунаҡтар — Айгөл Һағынбаева менән Филүс Ҡаһиров саҡырылған.
6 ғинуарҙа филармонияның Ҙур залында рок-н-ролл һәм блюз яратыусыларҙы «OFF Beat» (Мәскәү) төркөмө менән осрашыу көтә.
«Стилягалар әйләнеп ҡайтты!» («Стиляги вернулись!») концерты программаһы бик ҡыҙыҡлы булырға оҡшай, ул уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарындағы дәртле хиттарҙан торасаҡ. «OFF Beat» төркөмө составында Денис Мажуков (рояль/вокал), Алексей Фетисов (контрабас/гитара), Сергей Ефименко (гитара), Александр Тимофеев (һуҡма) сығыш яһаясаҡ.
Балалар өсөн байрам тамашаларына килгәндә, 2-8 ғинуарҙа филармонияла көн һайын “Сәғәттәр короллегендә Яңы йыл карнавалы” әкиәте барасаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика