05:18 (UTC+5), 28 Декабря 2009

Яңы йыл төнөндә биш мең милиционер дежурға сығасаҡ

Лиә Нәғимова
Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә биш мең милиционер йәмәғәт именлеген тәьмин итәсәк. Артабан көн һайын Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары үткәнсе эске эштәр органдарының 1,5 мең самаһы хеҙмәткәре тәртипте күҙәтәсәк. 2009 йылдың 30 декабренән 2010 йылдың 10 ғинуарына тиклем Башҡортостан милицияһының бөтә гарнизоны хеҙмәт алып барыуҙың көсәйтелгән вариантына күсә.
Йома көндө “Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда шәхси составтың һәм махсус техниканың байрам көндәрендә хеҙмәт алып барыуға әҙерлеген БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин тикшерҙе. Унда патруль-пост хеҙмәте, юл-патруль хеҙмәте, ведомствонан тыш хаҡ, ОМОН, спецназ хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары һәм РФ Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәр хәрби хеҙмәткәрҙәре сафҡа теҙелде.
- Йәмәғәт тәртибен һәм республикабыҙ халҡының именлеген тәьмин итеү буйынса ҙур яуаплылыҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең иңенә төшә, – тине Раил Сарбаев. – Һеҙҙең күптәрегеҙ Яңы йылды хәрби поста ҡаршылаясаҡ, шуға күрә был байрам көндәрендә һеҙҙең профессиональ оҫталығығыҙ һәм таҫыллығығыҙ аҙыраҡ талап ителеүен, һеҙҙең эргәлә булыуығыҙ ғына кешеләрҙә ышаныс һәм тыныслыҡ тойғоһо уятыуын теләйем.
Шулай уҡ йыл йомғаҡтары буйынса айырыуса яҡшы эшләгән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә наградалар ҙа тапшырылды. Ә сара Өфө милиция гарнизоны шәхси составының тантаналы маршы менән тамамланды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика