15:38 (UTC+5), 28 Декабрь 2009

Өфө милиционерҙары балаларға байрам бүләк итте

Лилиә Нәғимова
Өфөнөң Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Балаға байрам бүләк ит” ике көнлөк яңы йыл акцияһы ойошторҙо. Иҫәптә торған 36 баланың ғаиләһенә ҡотлауҙар, бүләктәр менән погонлы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу йөрөп сыҡты.
Инспекторҙар ике көндә әҙ тәьмин ителеүсе һәм имен булмаған 13 ғаиләлә ҡунаҡта булды. Атап киткәндә, бындай ғаиләләрҙә өс-дүрт, хатта биш бала тәрбиәләнә. Һәр осраҡтағыса, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләлә ата-әсәләр балалары теләгән бүләкте алып бирә алмай. Өфөлә бөтәһе 2603 бала менән 1871 ғаилә милиция иҫәбендә тора.
Үҫмерҙәрҙе шулай уҡ милиционерҙар менән бергә республиканың Балалар фонды хеҙмәткәрҙәре лә ҡотланылар һәм бүләктәр, яңы йыл спектаклдәренә саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырып сыҡтылар.
“Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, бындай акциялар беренсе тапҡыр уҙғарыла, әммә ғаиләләргә яңы йыл алды визиты традицияға әйләндереләсәк.
Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең, хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары ла, шулай уҡ шефлыҡтағы Социаль приюттарҙың тәрбиәләнеүселәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Уларға БР Эске эштәр бүлеге министрлығы яңы йыл иртәлектәре ойошторҙо.
Бынан тыш, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың өс балаһы Мәскәүгә Кремль яңы йыл шыршыһына барып ҡайтты. Һәләк булған милиционерҙарҙың 154 ғаиләһе Министрлыҡта иҫәптә тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика