12:38 (UTC+5), 28 Декабря 2009

Өфөлә IMAX (Аймакс) кинозалы рәсми асылды

Әлфиә Әһлиуллина
IMAX (Аймакс) цифрлы кинозалы хәҙер Башҡортостан баш ҡалаһында ла бар. Бөгөн “Искра” кинокомплексы базаһында Өфө IMAXын рәсми асыу уҙғарылды. Унда БР Премьер–министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Владимир Дмитрюк һәм “Планета кино” кинокомплекс селтәренең генераль директоры Константин Воронцов ҡатнашты. Тантанала булған хөрмәтле ҡунаҡтарға, һәм шулай уҡ уҡыусыларға IMAX 3D форматында “Космик станция” документаль фильмы күрһәтелде.
Константин Воронцов әйтеүенсә, IMAX – Канада технологияһының бөтә стандарттары буйынса рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән Рәсәйҙәге тәүге цифрлы кинозал. Уны төҙөү 2009 йылдың 7 сентябрендә башланғайны.
IMAX залында киттың ысын ҙурлығын күрһәтә алырлыҡ 21 метрҙан ашыуыраҡ ҙур экран ҡуйылған. Фильмдарҙы күрһәтеү бында тетрәндергес цифрлы тауыштар менән оҙатылып бара.
Өфө IMAX-ы 350 урынға иҫәпләнгән, әлегә кинозалда бер генә фильм – Джеймс Кэмерондың “Аватар” картинаһы күрһәтелә. Сеанстар көнөнә алты тапҡыр үтә.
Әйткәндәй, IMAX социомәҙәниәт өлкәһендә мөһим урын биләй, сөнки бындай залдарҙа дөйөм белем биреү, фәнни, социаль йүнәлешле фильмдар күрһәтелә.
Бөгөнгө көндә 400 IMAX кинотеатры асылған. Рәсәйҙә улар дүртәү ине: Мәскәүҙә икәү, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда – берәү. Өфөләге IMAX иһә - бишенсе .
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика