Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2009, 16:45

Өфө ихаталарында 94 Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Яңы йыл байрамдары алдынан баш ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре йорт ихаталарына 94 урман сибәркәйен килтереп ҡуйҙы. Бала-саға өсөн ҡышҡы каникулдар иҫтә ҡалырлыҡ булып үтһен өсөн ихаталарҙа 93 таусыҡ та яһап ҡуйҙылар. Ә инде боҙҙа шайба артынан йүгерергә яратыусылар өсөн 48 хоккей ҡумтаһы яһап ҡуйылды һәм 72 һырғалаҡ майҙансыҡ әҙерләнде.
“Өфө Торлаҡ хужалығы идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһының маҡсатлы программалар һәм халыҡ менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Альфред Зиннәтуллин әйтеүенсә, иң күп таусыҡтар һәм Яңы йыл шыршылары – баш ҡаланың Кирой районында.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: