17:22 (UTC+5), 28 Декабря 2009

Эльвира Кунина Илдуса Илешевҡа рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев исеменә Рәсәй Дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры, ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһы ҡарамағындағы матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса Рәсәй Комитеты рәйесе Эльвиры Кунинанан хат килде. Унда Бәләбәй ҡалаһы Мәҙәниәт йортоноң рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының уҙған көҙ Санкт-Петербургта үткән Николай Калинин исемендәге V Бөтә Рәсәй рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурсында уңышлы сығыш яһағаны өсөн рәхмәт белдерелә. Башҡортостан коллективы лауреат исеменә лайыҡ була һәм өсөнсө дәрәжә диплом ала.
Хатта, атап әйткәндә, шулай тиелә: «Хөрмәтле Илдус Ғөбәйҙулла улы, беҙ Һеҙҙе һәм оркестр коллективын (етәксеһе — Павел Крылов) ҙур уңышығыҙ менән ҡотлайбыҙ, халыҡ уйын ҡоралдары музыкаһына ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ватан мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшендә артабан да уңышлы ижади хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ».
Өҫтәп шуны әйтеп китәбеҙ, Николай Калинин исемендәге V Бөтә Рәсәй рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурсында Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтары — 30 субъекттан 1000-гә яҡын музыкантты йәлеп иткән 40 оркестр һәм ансамбль ҡатнашты. Улар араһында Карелия, Коми, Удмуртия, Башҡортостан республикаларынан, Алтай, Красноярск, Пермь, Приморье, Хабаровск крайҙарынан, Белгород, Брянск, Волгоград, Иркутск, Киров, Ленинград, Липецк, Магадан, Нижегородск, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Орел, Һамар, Һарытау, Свердловск, Смоленск, Тверь, Силәбе, Ярославль өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан коллективтар булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика