11:17 (UTC+5), 28 Декабря 2009

Бөгөн йәһүдтәр иң ҡайғылы датаны билдәләй

Евгений Рәхимҡолов
10-сы Тевета көнө йәһуд календарында иң ҡайғылы дата тип иҫәпләнә. Риүәйәттәргә ярашлы, тап бөгөн Иерусалим ҡалаһы емерелгән.
10-сы Тевета көнө тарихы былай. Йәһүдтәрҙең йылъяҙмаһы буйынса 3336 йылда (беҙҙең эраға тиклем 424 йылда) вавилон батшаһы Навуходоносор Иерусалимға һөжүм башлай. Оҙайлы һәм ауыр алыш ҡаланы баҫып алыу менән тамамлана. Һөҙөмтәлә йәһүд ғибәҙәтханаһы яндырыла, ә үҙҙәре Вавилонға ҡыуыла. Шул осорҙан алып 10-сы Тевета ғибәҙәт ҡылыуҙар пост көнө тип билдәләнелә.
10-сы Тевета менән тағы бер йәһүд тарихы бәйле – Торҙы грек теленә тәржемә итеү. Иудаизмда был ваҡиға Алтын Буға мифы менән сағыштырыла. Йылъяҙмала ул былай һүрәтләнә.
Птолемей Икенсе – эллин Египтының хаҡимы, Торҙың илаһи килеп сығыуын тәбиғәт закондарына ҡаршы килтереү мөмкинселектәрен эҙләй. Бының өсөн ул 72 йәһүд аҡыл эйәһен саҡырта һәм Торҙы грек теленә тәржемә итергә ҡуша. Фекер айырмалыҡтарын тыуҙырыу маҡсатында, һәр бер аҡыл эйәһен айырым бүлмәгә ултырта. Ни өсөн тигәндә, грек традициялары буйынса төрлө фекерлелек сығанаҡтың түбән мәғәнәлегенә килтерә. Әммә бөтә 72 тәржемә лә оҡшаш булып сыға.
Беҙҙең дәүерҙә 10-сы Тевет көнө өсөнсө мәғәнәне ала. Ул йәһүдтәрҙә үлеү ваҡыты билдәһеҙ һәм ғибәҙәт ҡылырлыҡ кешеләре булмағандарҙы иҫләү көнө тип иғлан ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика