16:02 (UTC+5), 25 Декабря 2009

Туризм менән ҡыҙыҡһыныусы ғаиләләр махсус конкурста ҡатнаша ала

Эльмира Сабирова
“Иң яҡшы ғаилә туристик маршруты” республика конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә.
Бәйгенең маҡсаты – ғаилә туризмын үҫтереү, ҡыҙыҡлы тәбиғи объекттарҙы асыҡлау, маршрутта тыуған яҡты өйрәнеү эштәрен алып барыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе тыуған яҡты әүҙем өйрәнеүгә ылыҡтырыу.
Конкурста туризм үҙәктәре, туристик клубтар, секциялар, йәш турист станцияларының ярҙамы менән республиканың ғаилә туристик төркөмдәре ҡатнаша ала.
Ғаилә туристик сәйәхәте отчетын 2010 йылдың 20 ғинуарына тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына, БР Мәғариф министрлығына һәм БР Турист-спорт үҙәгенә ебәрергә. Адресы: 450008. Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, тел/факс (347)251-57
Еңеүселәр кубок һәм грамоталар менән бүләкләнеләсәк. Конкурсты ойоштороусылар - БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Мәғариф министрлығы һәм БР Турист-спорт үҙәге.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика