05:20 (UTC+5), 25 Декабря 2009

Тағы 35 кеше махсус автомобилдәр алды

Елена Макушина
Яңы йыл алдынан Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Социаль страховкалау фонды средстволары иҫәбенә 35 инвалид махсус автомобилдәр алды.
Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһендә өр-яңы бишенсе модель «Жигули»ҙарҙы декабрь башында уҡ тапшыра башланылар.
— Яңы автомобиль алыу — беҙҙең, инвалидтар, өсөн Яңы йыл алдынан бик ҙур бүләк. Яңы йылдың матур сюрприздарҙан башланыуына бик шатмын, тимәк, бөтә йыл беҙҙең өсөн уңышлы буласаҡ. Республикабыҙ һәм Фондтың төбәк бүлексәһе етәкселеге производствола бәхетһеҙлек осрағынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан зыян күргән кешеләр техник реабилитациялау саралары, яҡшы автомобилдәр менән ваҡытында тәьмин ителһен һәм үҙҙәрен лайыҡлы тойһон өсөн бик күп эшләүен билдәләп үтергә теләйем, - тине Йылайыр районынан Ҡаһарман Солтанов.
РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов билдәләүенсә, 2001 йылдан республикала производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙар эҙемтәһендә зыян күреүселәргә 715-тән ашыу махсус автомашина тапшырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика