09:52 (UTC+5), 25 Декабря 2009

Ғинуар айының пенсия һәм пособиеларын 26 декабрҙә түләй башлайҙар

Ғәлиә Нәбиева
2010 йылдың ғинуар айынының пенсияһы яңы үҙгәртелгән күләм менән республикала – 26 декабрҙә, ә Өфөлә - 25 декабрҙә түләнелә башлай. Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан бүлегендә раҫлауҙарынса, 2 – 4 ғинуарҙа таратыласаҡ пенсия алдан уҡ бирелә башлаясаҡ.
2010 йылдың 5 ғинуарынан “Рәсәй почтаһы” пенсия һәм пособиеларҙы график буйынса тапшырасаҡ.
Пенсияһы менән башҡа түләүҙәр бергә йәшәү минимумына етмәгән пенсионерҙарға ғинуар айының пенсияһы Башҡортостанда билдәләнгән федераль социаль түләүҙең суммаһы иҫәпкә алынып түләнеләсәк.
Ғинуар айының пенсия һәм пособиеларын ваҡытынан алда тапшырыу - Рәсәй Пенсия фонды өсөн яңы йыл алдынан ҡәҙимге күренеш. Башҡортостанда бөтәһе 1 миллион 35 мең кеше пенсия ала, шуларҙың 32проценты - кредит ойошмалары аша, 68 проценты “Рәсәй почтаһы” аша хеҙмәтләндерелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика