06:41 (UTC+5), 24 Декабря 2009

“Турист һуҡмағы буйлап” ижади эштәр конкурсы 20 ғинуарға ҡәҙәр оҙайтылды

Эльмира Сабирова
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Туризм-спорт берләшмәһе тарафынан ойошторолған, “Турист һуҡмағы буйлап” республика конкурсына ижади материалдар туплау дауам итә.
Бәйгенең маҡсаты – үҫеп килгән быуында ирекле экологик эшмәкәрлек, экологик мәҙәниәт һәм милли үҙаң тәрбиәләү.
Сарала туристик түңәрәк, секция, клуб һәм үҙәк тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ, йәштәр тармағы, спорт, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, балалар һәм йәштәр ижтимағи берләшмәләре хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.
“Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ижади эш эстәлегендә, иң беренсе тыуған төйәк буйынса (өлкә, ҡала, торама пункт) - фотомаршрут булырға тейеш.
Жюри вәкилдәре шулай уҡ ҡатнашыусы конкурсанттың туризм сараларын электрон ысул менән презентациялауын да баһалаясаҡ. Был иһә, тыуған төбәк буйлап экскурсия, экологик акция, балалар һәм йәштәр туристик лагерҙары, семинарҙар, йыйылыштар, өйрәтеү-күнектереү походтары булыуы мөмкин.
Еңеүселәр кубок һәм грамоталар менән бүләкләнәсәк. Конкурс эштәрен – 450008, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының туризм һәм туризм индустрияһы бүлегенә ебәрергә. Тел/факс (347)251-57-27.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика