11:28 (UTC+5), 24 Декабря 2009

Өфөнөң яңы йыл майҙандарында байрам программалары башлана

Әлфиә Әһлиуллина
“Яңы йыл мәрәкәләре” конкурсы – театрлаштырылған байрам программалары сығыштары – ҡала майҙандарында старт ала. Тәүге сығыш программаһын Өфөнөң Калинин районындә йәшәүселәр тәҡдим итә. Байрам тамашаһы 12 сәғәттә “Моторҙар эшләүселәр” Мәҙәниәт йорто алдында башлана.
Октябрь районының Яңы йыл шоуын ҡала халҡы бөгөн 15 сәғәттә Спорт мәҙәниәт һарайы майҙанында күрә аласаҡ.
25 декабрь – ҡалабыҙҙың Дим, Киров,Ленин райондарында, 28 декабрь – Оржоникидзе һәм Совет райондарында театрлаштырылған яңы йыл тамашалары уҙғарыласаҡ.
Әйткәндәй, “Яңы йыл мәрәкәләре” конкурсы, Өфө хакимиәте тарафынан йыл да үткәрелеп килгән “Вьюговей-2010” фестивале сиктәрендә үткәрелә. Тимәк, байрамды ҡарарға ҡала тамашасылары ғына түгел, шулай уҡ һәр бер сығышты баһалаусы жюри ағзалары ла киләсәк.
Традиция буйынса был фестиваль киләһе йылдың ғинуар урталарына ҡәҙәр дауам итәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн – иң яҡшы йыһазландырылған боҙ ҡаласығы “Боҙ ҡалаһы”, ҡар-боҙ скульптураһы “Әкиәттәге боҙ” конкурстары алынған.
Сараны ойоштороусы Айгөл Хәйруллинаның “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, жюри конкурс программаһын баһалау барышында - режиссерҙың оригиналь уйлап табыуын, тамашасылар менән әүҙем эш алып барылыуын, программала халыҡ көйҙәре ҡулланылыуын, уйындар һәм әкиәт персонаждары булыуын, хатта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеүен дә иҫәпкә ала.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика