09:41 (UTC+5), 24 Декабря 2009

Башҡорт йәштәр театры “Яңы йыл вальсы”на саҡыра

Әлфиә Әһлиуллина
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар өсөн яңы йыл тамашаһы башланды. Балалар өсөн спектаклдәр ике сәхнәлә - Ҙур һәм Камерный залдарҙа уҙғарыласаҡ.
Йәштәр театрының рус труппаһы Өфө балаларын Англия, Бразилия, Швеция, Германия, Финляндия Ҡыш Бабайҙары - Санта Клаус, Пай Натало, Водан, Томте һәм Йоулупукки менән бергә донъя сәйәхәтенә саҡыра. Улар рус Ҡыш Бабайын мәкерле Жар Феяһынан ҡотҡарырға йыйыналар. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы сюжеттарҙан торған “Яңы йыл вальсы” тип аталған әкиәт тамашаһы балаларға ла, өлкәндәргә лә күңелһеҙләнергә ирек бирмәйәсәк.
Шулай уҡ был көндәрҙә, Милли йәштәр театры, Лилиә Кәбирова ҡуйған “Тылсымлы ҡурай” әкиәтен ҡарарға саҡыра.
Кескәй тамашасыларға Йәштәр театрында айырым иғтибар бүленгән: килгән ҡунаҡтарҙы фойела уҡ Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Яңы 2010 йылдың символы –Юлбарыҫ һәм башҡа әкиәт персонаждары ҡаршы алып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика