17:00 (UTC+5), 23 Декабря 2009

Өфөлә эшҡыуарлыҡ мәсьәләһе буйынса журналистарҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләһен киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы сағылдырыусы журналистар араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Конкурс эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты, Матбуғат идаралығы, Башҡортостан журналистар союзы, Башҡортостан республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән үткәрелде.
“Республика гәзит һәм журналдары категорияһында баҫма киң мәғлүмәт саралары редакциялары араһында иң яҡшы редакция коллективы” номинацияһында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы бүләкләнде.
“Республика гәзит һәм журналдары катерогияһында баҫма киң күләмле мәғлүмәт саралары редакциялары араһында иң яҡшы журналист” тип “Республика Башкортостан” гәзитендә ауыл хужалығы бүлеген етәкләүсе Илдар Әхиәров билдәләнде.
“Ҡала, берләштерелгән, район гәзит һәм журналдары категорияһында” киң күләмле мәғлүмәт баҫмалары араһында иң яҡшы редакция коллективы номинацияһын “Сибайский рабочий” гәзите редакцияһы яуланы.
“Ҡала, берләштерелгән, район гәзит һәм журналдары категорияһында” киң күләмле мәғлүмәт баҫмалары араһында иң яҡшы журналист” – Күмертау ҡалаһының “Время” гәзитендә иҡтисад һәм сәнәғәт бүлеге мөдире Елена Камалова булды.
“Радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары араһында иң яҡшы редакция ” исемен “Медиакорсеть” (МКС) электрон мәғлүмәт агентлығы алды.
“Киң күләмле электрон ысуллы мәғлүмәттә иң яҡшы журналист” (радио, телевидение, мәғлүмәт агентлығы) тип “Башинформ” агентлығының иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Любовь Колоколова билдәләнде.
“Күп тиражлы, ведомстволы, тармаҡлы, коммерция баҫмалары араһында иң яҡшы журналист коллективы” – “Башҡортостан эшҡыуары” (“Предприниматель Башкортостана”) гәзите коллективы булды.
“Күп тиражлы, ведомстволы, тармаҡлы, коммерция баҫмалары араһында иң яҡшы журналист” – “Новая экономическая газета”һының мөхәррир урынбаҫары Дмитрий Рудзин.
Еңеүселәр - диплом һәм приздар, редакция коллективы – компьютерҙар, журналистар – ноутбуктар менән бүләкләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика