13:28 (UTC+5), 22 Декабрь 2009

Президент шыршыһы: хыялдар тормошҡа аша

Әлфиә Әһлиуллина
Яңы йылдың Президент шыршыһында бөтә балалар ҙа булырға хыяллана. Тик шунда ғына ысын мөғжизә булырына ышаналар. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә, сөнки республика етәкселеге байрамды үткәреүгә ҙур иғтибар бүлде.
22 декабрь бөтә республиканан йыйылған 700 баланың хыялы тормошҡа ашты – улар ысын әкиәт тамашаһын күреү бәхетенә ирештеләр. Ул бөгөн Өфөнөң иң яҡшы Концерт залы – Конгресс-холда үтте.
Президент Мортаза Рәхимовтың Яңы йыл тантанаһына путевка республиканың ҡала һәм район мәктәптәренән иң уңған, иң һәләтле балаларға – уҡыу алдынғыларына, предмет олимпиадалары, спорт ярыштары еңеүселәренә, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттарына, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең балаларына бирелә.
Шыршы байрамын үткәреүгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙарының актерҙары йәлеп ителде.
-Президент шыршыһына әҙерлек бик әүҙем барҙы, - тип белдерҙе байрам тантанаһында булыусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. – Башҡортостанда алдағы йыл Республика йылы тип иғлан ителәсәк. Республикабыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индереүегеҙгә ышанам. Тик бының өсөн һеҙгә тырышып уҡырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, тыуған ил тарихын һәм туған телде өйрәнергә кәрәк ,- тип белдерҙе йәш быуынға Илдус Ғөбәйҙулла улы.
Илдус Илешев, Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменән ҡотлап, бөтәһенә лә һаулыҡ, уңыштар теләп үҙ сығышын тамамланы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика