14:11 (UTC+5), 22 Декабря 2009

Башҡортостанда уҡыусылар араһында XII республика Спартакиадаһы үтәсәк

Башҡортостанда уҡыусылар араһында XII республика Спартакиадаһы үтәсәк. Ярыш яңы уҡыу йылы менән бергә башланды һәм 2010 йылдың йәйендә тамамланасаҡ.
Быйылғы Спартакиадала 12 спорт төрө тәҡдим ителде: мини-футбол, гер күтәреү , көрәш, волейбол, бокс, саңғы ярышы, полиатлон, шахмат, өҫтәл теннисы, баскетбол, еңел атлетика, лапта.
Ике спорт төрө - көрәш һәм гер күтәреү үҙ чемпиондарын билдәләп тә үтте. Көрәшселәр араһында Салауат, Өфө, Мәләүез егеттәре айырылып торҙо.
Гер күтәреүселәр араһында Ҡариҙел районы, Өфөнөң Октябрь районы, Бөрө ҡалаһы егеттәре иң көслөләре булып сыҡты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында мәғариф һәм фән бүлеген етәкләүсе Альберт Ҡорманов әйтеүенсә, спорт ярыштарын үткәреп тороу балаларҙың буш ваҡытын дөрөҫ ойоштороуға, уларҙың сәләмәт тормош алып барыуына йүнәлеш бирә.
Әммә республиканың ҡайһы бер дөйөм белем биреү учреждениеларында спортҡа һүлпән ҡараш күҙәтелә. Ҡайһы бер етәкселәр үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәрен бер ниндәй әҙерлекһеҙ район ярыштарына килтерәләр.
Хөкүмәт Аппараты үҙ өлгөһөндә спортты халыҡ араһына индерергә ҡарар итте. Бында инде иптәштәрсә осрашыуҙар, Хөкүмәт Аппараты, мәктәп, гимназия һәм интернаттарҙың йыйылма командалары ярыштары үткәрелде. Бәйгеләрҙә Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, шулай уҡ башҡа идара үҙәктәре бик әүҙем ҡатнашты.
Спартакиаданың бурыстары булып уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү генә түгел , ә яңы һәләттәрҙе асыу ҙа тора, сөнки олимпия үҙәктәре менән бөтә райондар ҙа тәьмин ителмәгән.
Дөйөм алғанда, республикала йәш быуын араһында күмәк спорт менән шөғөлләнеүгә хөкүмәт хуплап ҡарай. Ярышта еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн финанс сығымдары бүлә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика