17:21 (UTC+5), 21 Декабря 2009

“Өлкән быуынға белем” халыҡ университетында сираттағы уҡыу аҙнаһы

автор: Марина Шумилова
Бөгөн Өфө ҡалаһының Октябрь районында, отставкалағы генерал-майор Ростислав Сибәғуллиндың, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүендә Сталиндың тарихи роле тураһындағы “Дөрөҫлөк һәм уйҙырма” тип аталған сираттағы асыҡ лекцияһы башлана.
Иртәгә, 22 декабрь, ауыл хужалығы фәндәре докторы һәм кандидаты Фәриҙә Садиҡова университет тыңлаусыларын республика лимонарийына экскурсияға саҡыра. 23 декабрь “Пенсиялар һәм льготалар. Пенсияны рәсмиләштереү” буйынса уҡыуҙар ойошторола. Октябрь районы буйынса Рәсәйҙең Пенсия фонды ойошмаһы етәксеһе Гөлнара Түләкова пенсияға ҡағылышлы закондағы үҙгәрештәр, яңы индерелгән льготалы стаждар, инвалидлыҡ буйынса льготалар тураһында һөйләйәсәк.
24 декабрь ветерандар поликлиникаһында (Дан бульвары,1) университет уҡыусыларының табиптар менән осрашыуы була. 25 декабрь көнөнә Яңы йыл байрамына әҙерлек тураһында һөйләшеү планлаштырылған. Марсель Сәлимов, Михаил Бикмеев, Шазия Әшимова Яңы йыл сараларын ойоштороу буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика