16:01 (UTC+5), 21 Декабря 2009

Өфөлә “Байык “республика телевизион конкурсы тамамланды

“Байык” республика телевизион конкурсы яңғыҙ бейеүҙәрҙе (дует, трио) башҡарыусылар араһында үҙ эшен тамамланы. Бәйгене йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙең гала-концерты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылды.
Оҙайлы һәм киң таралған бейеү проектының йомғаҡлау этабы бик сағыу һәм сәмле үтте. Унда ҡатнашыусы 30 конкурсант жюри һәм телевизор ҡараусылар шулай уҡ, донъя һәм Рәсәй бейеү ансамблдәренең вәкилдәре тарафынан иң яҡшылары тип танылды. Улар араһында Ирландиянан “Мирквуд”бейеү студияһы солисткаһы Анна Шевель, Төркиәнән Аукут Гюр, Сонгуль Сюлек, Ҡаҙағстандан Асель һәм Айнель Шәйәхмәтовтар, Үзбәкстандан Замира Әминева, Ҡабарҙы-Балҡарҙан Мөхтәр Кудаев, Чечнянан Х.Алиев исемендәге “Башлам” республика Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең солистары Джанар Настаев, Мәрйәм Фәйзуллаева, Морат Джамалов, Дағстандан Зөлфиә Ҡорбанова.
Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары – мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев байрам кисәһенең почетлы ҡунаҡтары булды.
Илдус Илешевтың күп һанлы тамашасылар һәм проектта ҡатнашыусылар алдындағы сығышында әйтеп үтеүенсә, “Байыҡ” бейеү конкурсы ике йыл йәшәү дәүерендә республиканың мәҙәни киңлегендә үҙенә күрә айырым урынды биләп тора, ул шулай уҡ бик күптәрҙең яратып ҡараған телевизион тапшырыуына әйләнде.
-Бөгөнгө көндә Башҡортостанда милли мәҙәниәтте һәм халыҡ ижадын үҫтереүгә уңайлы шарттар булдырылған, ә “Байыҡ” конкурсы быға тағы өҫтәп ыңғай йоғонто яһай,-тип әйтә Илдус Илешев.
Конкурстың төп интригаһы – еңеүселәрҙең исемен иғлан итеү аҙаҡҡаса һаҡланды. Тамашасылар һәм көйәрмәндәр бик тулҡынланды, сөнки финалға бик көслө конкурсанттар ғына үтте. Урындар түбәндәгенсә билдәләнде:Гран-приҙы Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы Нурсилә Фәхретдинова һәм Йылайыр районынан Азамат Кәримов яуланы.
Беренсе урын Эльвира Низамоваға(Янғантау шифаханаһы) һәм Салауат районынан Нәсимә Ямалова,Резеда Хужина,Әлфиә Минһажева триоһына бирелде.
Икенсе урын менән солист Фәиз Усманов һәм Учалы сәнғәт училищеһы студенткалары Ләйсән Әбүбәкирова, Юлиә Түләшева,Гөлиә Мөбәрәкова триоһы бүләкләнде.
Өсөнсө урынды солистар Рәсим Вахитов, Айһылыу Юлдашбаева һәм Белорет районынан Айһылыу Мөхәмәтшина менән Елена Үтәкәеваның дуеты яуланы.
“Байыҡ” номинацияһында Әнүәр Солтангилдин еңеп сыҡты. “Йыл асышы” номинацияһында Анфар Нурмөхәмәтов билдәләнде. Дим Дәүләтов “Замана Байығы” исеменә лайыҡ булды.
“Өмөт” номинацияһында Наил Хәлиуллин иң яҡшыһы тип танылды.
“Башҡорт бейеүҙәре рухын һаҡлаусы” номинацияһында Фәйзелғаян Ғәйнетдинов һәм Ғәлимйән Хановтар айырылып торҙо.
Лира Абдрахманова менән Хәбир Мортазин үҙҙәренең сығыштарында “Һомғоллоҡ” һәм “Һөйкөмлөлөк” күрһәттеләр.
Өҫтәп әйткәндә, “Байыҡ” телевизион конкурсы йыл буйына барҙы. Унда бөтәһе 250 конкурсант ҡатнашты. Уларҙың һәләттәрен лайыҡлы жюри – филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Нәҙершина, Башҡортостандың халыҡ , Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Әбушахманов, Башҡортостандың халыҡ артистары Радмир Бәҙретдинов һәм Зөлфиә Ҡудашевалар баһаланы.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика