09:06 (UTC+5), 18 Декабря 2009

БДПУ-ның Педагогика институты директоры Рәсәй мәғариф академияһы ағза –корреспонденты итеп һайланды

Элмира Сабирова
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Әлфис Ғаязов Рәсәй мәғариф академияһының мәғариф философияһы һәм теоретик педагогикаһы бүлеге буйынса ағза–корреспонденты итеп һайланды.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, заманса мәғариф үҫеше алымдарына арналған 15 китап авторы, үҙенең коллегалары менән республика һәм илебеҙҙең баш ҡалаһы мәғарифы үҫеше буйынса бер нисә программалар төҙөп, милли мәғариф мәсьәләләренән ситтә ҡалмай.
Әлфис Ғаязов һәм уның педагогика кафедраһы буйынса иптәштәре Өфө мәктәптәрендә эшләп килгән эксперимент майҙансыҡтарҙың етәкселәре булып тора. Мәғариф интеграцияһы мәсьәләләре буйынса тикшереүҙәр өсөн Педагогика институты дүрт миллион кимәлендә федераль грантҡа лайыҡ булды.
Профессор Ғаязов етәкселегендә алты доктор һәм 50 кандидатлыҡ диссертациялары яҡланды. Бынан тыш, ул - өс шиғыр йыйынтығы авторы, лирика һәм балалар өсөн шиғырҙар китабын нәшер итергә әҙерләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика