07:26 (UTC+5), 16 Декабря 2009

Халыҡ иҫәбен алыуға 18 мең кеше йәлеп ителәсәк

Любовь Колоколова
Башҡортостанда 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 18 мең кеше йәлеп ителәсәк. Был мөһим статистик сара киләһе йыл 14 октябрҙән 25-енә тиклем үткәреләсәк. Аныҡ дата рәсми раҫланмаған әле. Әҙерлек эше планға ярашлы алып барыла.
Өфөлә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек буйынса быйыл өсөнсө ведомство-ара кәңәшмә үтте. Уны Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин үткәрҙе. Республикабыҙҙа тораҡ пункттарындағы йорттар исемлектәре төҙөлгән, картографик материал аныҡланған да инде, тип хәбәр итте ул. Хәҙер 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙең ойоштороу пландары төҙөлә.
Рөстәм Ғатауллин, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышын яҡтыртыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк матбуғат хеҙмәте төҙөлә, журналистарҙы аккредитациялау буйынса мәғлүмәттәр йыйыла, тип хәбәр итте. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа башҡорт телендә иҫәп алыу символикаһы менән, шулай уҡ урындағы фотоматериалдарҙы файҙаланып баҫма продукция әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушылды. Бынан тыш, плакаттар, башҡа күргәҙмә агитация саралары әҙерләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика