07:06 (UTC+5), 15 Декабря 2009

Прокурорҙар кешеләр күмәк йыйылған 870 объектты тикшерҙе

Елена Макушина
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы подразделениелары һәм “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, республика прокуратура органдары тарафынан кешеләр күмәк йыйылыу урындарында граждандарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса 870 объект тикшерелде.
Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 310 күрһәтмә бирелде; 144 күңел асыу йорто етәксеһе закон боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында иҫкәртелде; ғәйепле кешеләргә ҡарата административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында 750-гә яҡын эш ҡуҙғатылды, шуларҙың 219-ы эшмәкәрлекте административ туҡтатып тороу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн судҡа йүнәлтелде.
БР прокурорының өлкән ярҙамсыһы Лариса Кучина хәбәр итеүенсә, тикшереү барышында күңел асыу йорттары, киске клубтар, ресторан һәм кафеларҙың янғын хәүефһеҙлеге нормалары һәм ҡағиҙәләрен, пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу тәртибен күҙәтеүенә, шулай уҡ кешеләрҙе эвакуациялау осрағына көс һәм саралар булыуына айырыуса ҙур иғтибар бирелә.
Кучина күп биналарҙа стеналар һәм түшәмдәр яна торған материалдар менән биҙәлеүен, янғын осрағына кешеләрҙе эвакуациялау юлдарының әйбер менән тулы булыуын, кешеләргә хәбәр итеү системаһының, янғын һүндергестәрҙең булмауын билдәләне.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Өфөнөң Ленин районы прокуратураһы тарафынан «Пицца», «Д-Стиль», «Бурдон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә ҡарата янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар хаҡында енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар сығарылды. «Д-Стиль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарата ҡарар 90 тәүлеккә эшмәкәрлеген административ туҡтатыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн Өфөнөң Ленин районы судына ебәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика