14:02 (UTC+5), 15 Декабря 2009

Илдус Илешев: «Йәштәр тематикаһы киләһе йылда ла дауам иттереләсәк»

Эльмира Сабирова
— Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә, быға тиклем һис ҡасан булмағанса, йәштәр өсөн күп кенә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшелде, — тине БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияның йомғаҡлау ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. – Эшкә урынлаштырыу һәм торлаҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә ыңғай үҫеш күҙәтелә.
Әммә, Илдус Ғөбәйҙулла улы билдәләүенсә, проблемалар әле байтаҡ, шуға күрә йәштәр тематикаһы киләһе йылда ла дауам иттереләсәк.
БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, үҙ сиратында, эшкә урынлаштырыу менән бәйле киҫкен проблемалар, иң элек, йәштәр араһында күп, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бындай хәлдә эш менән тәьмин итеү формаларының береһе булып, Александр Никерин фекеренсә, йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү тора.
Махсус ярыштар үткәреүгә мөһим роль бирелә. Мәҫәлән, “Йәштәр проекты” конкурсы еңеүселәре үҙ бизнесын үҫтереүгә 400 мең һум күләмендә грант ала. Был конкурс сиктәрендә иң яҡшы бизнес-идея 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән дәртләндерелә. «10 иң яҡшы инновацион идея» республика инновацион проекттар конкурсы сиктәрендә лә быйыл йәш эшҡыуарҙар өсөн айырым номинация асылды. Студенттар хеҙмәт отрядтары эшмәкәрлеге лә әүҙем үҫешә. Бөгөн республикала 9000-дән ашыу яугир иҫәпләнә.
Йәштәр сәйәсәтенең тағы бер мөһим йүнәлеше итеп Александр Никерин йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе атаны. 2003-2010 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә республика дәүләт ярҙамы программаһын тормошҡа ашырыу барышында 10 меңдән ашыу йәш ғаилә ярҙам алды, шуларҙан 2171 йәш ғаилә — льготалы кредиттар, 1602 — льготалы шарттарҙа фатирҙар, 2883 – торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) социаль түләүҙәр, 3533 – бала тыуғанда субсидиялар.
Бынан тыш, «2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2006-2009 йылдарҙа ауыл ерендә йәшәүсе 3000-дән ашыу йәш ғаиләгә һәм йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелде. 1200 самаһы йәш ғаилә «Үҙ йортом» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге алды.
Шулай ҙа, Александр Никерин билдәләүенсә, үткәрелгән сараларға ҡарамаҫтан, торлаҡ проблемаһы ярайһы уҡ киҫкен булып ҡала.
Ултырышта шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын тантаналы ябыу Конгресс-холлда 21 декабрҙә үткәрелә, тип билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика