15:03 (UTC+5), 15 Декабря 2009

Халыҡ ижадын үҫтереү проблемалары тикшереләсәк

Лиә Нәғимова
Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының мәҙәниәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре халыҡ ижадын үҫтереү проблемалары һәм перспективаларын тикшерәсәк. Был актуаль темаға арналған республика семинар-кәңәшмәһе 17-18 декабрҙә Өфөлә үтәсәк. Уны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.
Семинар-кәңәшмә программаһында халыҡ ижады жанрҙарының бөгөнгө хәлен, БР башҡарма власть органдарының мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген тикшереү, шулай уҡ 2010 йылға бурыстар билдәләү ҡаралған. Форум сиктәрендә шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале лауреаттарын наградлау тантанаһы үткәреләсәк.
Семинарҙа БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ырымбур өлкәһе Өлкә халыҡ ижады методик үҙәге һәм Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика