05:09 (UTC+5), 11 Декабря 2009

Кадрҙар менән эшләү – туризм тармағын үҫтереүҙә тағы бер аспект

Дмитрий Слезин
Иҡтисадтың яңы тармағы булараҡ туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустияһын ойоштороу бик күп төрлө кимәлдәге белгестәрҙән – официант, ҡунаҡхана хеҙмәтселәре, оҙатыусы кеүек эшсе һөнәрҙәренән алып ҡунаҡхана селтәрҙәре менән идара итеүселәргә һәм ҙур туроператорҙар топ-менеджерҙарына тиклем – етди әҙерлек талап итә. Был турала «Эске туризм өлкәһендә инновациялар» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә пленар ултырышта БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин телгә алды.
— Бөгөнгө көнгә тармаҡ персоналының күп өлөшө махсус профессиональ белемгә эйә түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Павлович. — Республикала булған уҡыу йорттары, беренсе сиратта, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникациялар институты, бөтә талап ителгән белгеслектәр буйынса кадрҙар әҙерләү өсөн кәрәкле ресурстарға эйә. Бының өсөн шулай уҡ тренинг предприятиелары – туризм фирмаһы, ҡунаҡхана, ресторандар - файҙаланыла. Бәләкәй студенттар предприятиелары ойоштороу буйынса эш алып барыла, БР Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тармаҡ институттары ҡатнашлығында «Туризмда инновациялар» база кафедраһын булдырырға планлаштырыла.
Бынан тыш, Өҫтәмә белем биреү үҙәге эшләй, ул туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүгә һәм ҡайтанан әҙерләүгә булышлыҡ итә.
Әммә был эш тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә тейеш — туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә Кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү институты булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй Никерин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика