10:33 (UTC+5), 10 Декабря 2009

“Парашют темаһына иң яҡшы һүрәт” конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә Космонавтар көнөндә БР парашют спорты федерацияһы тарафынан иғлан ителгән “Парашют темаһына иң яҡшы һүрәт” конкурсы тамамланды. Парашют спортын популярләштереү һәм үҫтереү маҡсатында дүртенсе тапҡыр үткәрелгән конкурсҡа республика ҡалалары һәм райондарынан 226 йәш рәссамдың эше килде.
Федерация рәйесе Ғәйрәт Манаев хәбәр итеүенсә, урындар түбәндәгесә тәғәйенләнде. Һигеҙ йәшкә тиклем балалар араһында хөрмәт пьедесталын тулыһынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Алина Тойғонова, Анастасия Солощенко һәм Ольга Муллағәлиева биләне. Туғыҙ йәштән ун ике йәшкәсә үҫмерҙәр араһында өсөнсө урынды Өфө ҡыҙы Ангелина Вовденко яуланы, ә икенсе һәм беренсе урындарҙа – стәрлетамаҡлылар Дмитрий Исачкин һәм Гор Алмоен. Ун өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге төркөмдә беренсе урын Влада Артемоваға(Стәрлетамаҡ) бирелде, Алекасндр Ғәбдуллин (Өфө) икенсе урында һәм беренсе урынды Өфөнән Гөлназ Солтанморатова яуланы.
Гран-при “Ояға килеп төштөм” һүрәте өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Екатерина Поповаға бирелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика