Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2009, 12:11

Башҡортостан каратистары Туланан наградалар килтерҙе

Тулала малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында каратэ буйынса Рәсәй беренселеге үтте.
Ярыштарҙа 14-15, 16-17 һәм 18-20 йәшлек спортсылар ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы миҙалдары менән маҡтана ала. Максим Пышкин (14-15 йәшлектәр төркөмө) ил беренселегендә еңеүсе булды. Ошо уҡ йәш категорияһында өсөнсө урынды Учалынан каратист Регина Түләкова яуланы.
18-20 йәшлектәр араһында сығыш яһаусы Иванна Зайцева – икенсе урын, ә Виктор Петров өсөнсө урын алды.
Максим Пышкин менән Иванна Зайцева каратэ буйынса Европа беренселегендә (февраль-2010, Төркиә) ҡатнашыу өсөн йыйылма команда составына алынды.
Автор:Дмитрий Слезин
Теги:каратэ
Читайте нас: