05:44 (UTC+5), 09 Декабря 2009

“Китап” нәшриәте “Мосолмандар донъяһы – 2009” форумында билдәләнде

Любовь Колоколова
Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Пермь ҡалаһында үткән “Мосолмандар донъяһы – 2009” төбәк-ара форумында ҡатнашты.
Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең төрлө китап продукцияһын алып барып, эстәлекле күргәҙмә ойошторҙо. Форумда ҡатнашыусылар мосолман календарҙарын, изге Ҡөрьән китабын, дини йөкмәткеле башҡа баҫмаларҙы, шулай уҡ тарихи–этнографик китаптарҙы һәм матур биҙәлешле фотоальбомдарҙы ҡарап сығыуҙан тыш, уларҙы һатып алыу мөмкинселегенә лә эйә булды. Мәҫәлән, улар араһында уҡыусыларҙың ҙур һорауы менән ҡулланған “Башҡорт аш-һыуы”, “Рудольф Нуриев”, “Палеолит хазинаһы” (Шүлгән-Таш мәмерйәһе тураһында) китаптары булды.
Күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡаны, Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер иткәне һәм төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә һәм халыҡтың традицияларын һәм йолаларын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергәне өсөн “Китап” нәшриәте Пермь крайы мосолмандарының Диниә назараты грамотаһы һәм дипломы менән бүләкләнде.
Форум сиктәрендә дискуссиялар, “түңәрәк өҫтәлдәр”, Ҡөрьән баҫмалары һәм башҡа дини әҙәбиәт күргәҙмәләре ойошторолдо.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика