12:25 (UTC+5), 09 Декабря 2009

Өфөлә “Мәғарифта ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” халыҡ–ара конференцияһы уҙасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә 10-11 декабрҙә “Мәғарифта ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” халыҡ–ара конференцияһы уҙасаҡ. Был сараның ойоштороусылары булып БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (БДПУ), Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты тора.
Конференцияла Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфти Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, мәҙрәсәләр етәкселәре, ғалимдар һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренең ,Үзбәкстан, Төркиә, Германия һәм Һиндостандың мосолман руханиҙары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Конференция сиктәрендә “Мәктәптә рухи мәҙәнилек нигеҙҙәре” һәм “Киң мәғлүмәт саралары һәм заманса ислам мәғарифы системаһы” темаларына “түңәрәк өҫтәлдәр” үткәреләсәк.
Конференция 10 декабрь 10 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында тантаналы асыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика