18:03 (UTC+5), 08 Декабря 2009

Республикала прививкалар яһау кампанияһы башланды

Бөгөндән башлап республика халҡы A/H1N1 вирусына ҡаршы прививка яһата ала. Ул, беренсе сиратта, медицина һәм социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, 18 йәштән олораҡ студенттарға эшләнәсәк. Прививка яһатырға теләүселәр йәшәгән урындары буйынса дауаханаларға мөрәжәғәт итә ала.
Бөгөн республикала сусҡа киҙеүе буйынса хәл тотороҡланды. Киҙеү буйынса һуңғы кәңәшмәнән һуң үткән ике аҙна эсендә бер үлем осрағы ла теркәлмәне.
БР Хөкүмәте тарафынан августта 10 миллион һумлыҡ ошо мәкерле вирусҡа ҡаршы препараттар һатып алырға ҡарар ителде. Октябрь аҙағында, хәл ҡатмарлаша башлағас, республика хөкүмәте өҫтәмә рәүештә 32 миллион һум бүлде: 10 миллион һумы дарыуҙар һәм 22 миллионы – үпкәләрҙә яһалма һауа алмаштырыу аппараттары һатып алыу өсөн.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республикала миҙгел киҙеүенән 1,1 миллион кешегә прививка яһалды, был иһә ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймауға булышлыҡ итте –Өфөлә ауырыуҙар һаны эпидемик сиктән түбәнерәк.
Прививкаларҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында медицина хеҙмәткәрҙәренә ентекле аналитик эш алып барырға, контактлы ауырыуҙар менән шөғөлләнергә һәм ауырлы ҡатындарға айырыуса иғтибар бүлергә күрһәтелгән.
Белгестәр билдәләүенсә, әле прививкалар яһалған “пандефлю” иммунобиологик саралар араһында иң сифатлы, тәьҫирле препараттарҙың береһе һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика