15:17 (UTC+5), 08 Декабря 2009

Глеб Голубевтың баҫма графикаһы күргәҙмәһе

БР Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залында Өфөнөң билдәле рәссам-графигы, 2-се Балалар художество мәктәбе директоры Глеб Голубевтың 50 йәшенә арналған шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың баҫма графика техникаһында яһаған эштәре инде.
Глеб Голубев – атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм БР Рәссамдар союзы ағзаһы. 2000 йылдан ул Өфөнөң 2-се Балалар художество мәктәбенә етәкселек итә, ә һынлы сәнғәт, рәсем һәм композициянан бында 1982 йылдан алып уҡыта. Ҡасандыр ул үҙе лә ошо мәктәптә билдәле башҡорт рәссамы һәм графигы Зөфәр Ғаяновта уҡыған, тап ул артабанғы һөнәр һайлауына йоғонто яһай ҙа инде. Һынлы сәнғәттә оҫталыҡ серҙәренә ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университет) художество-графика факультетында эйә була. Уның курсташтары – бөгөн Башҡортостандың танылған рәссамдары һәм графиктары Рәйес Ғәйетов, Ринат Миңлебаев, Ләйсән Рәхмәтуллина.
— Әлбиттә, мин графика менән генә түгел, китап иллюстрацияһы менән дә шөғөлләнәм, акварель менән яҙам. Ә бына майлы буяуҙар менән күптән эшләгәнем юҡ. Юбилей күргәҙмәмдә лә экспозиция бер бөтөн, тупланған булһын өсөн баҫма графиканы ғына ҡуйырға булдым, – тип аңлата рәссам.
Баҫма графиканың тәү ҡарашҡа ҡәтғилегенә һәм ике төҫ – аҡ һәм ҡара – менән генә сикләнеүенә ҡарамаҫтан, рәссамдың эштәре күп яҡлы һәм нескә фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә.
— Мин башҡа төҫтәр менән эксперимент яһарға һәм уларҙы баҫма графикала файҙаланырға ынтылмайым, – ти Глеб Голубев. — Ә был ике ҡапма-ҡаршы төҫ – аҡ һәм ҡара, “төрлө төҫтәр” менән иғтибарҙы тарҡатмай, идея йөкмәткеһен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика